аста запчасти

Хәйерле иртә!!! Минең кисәге көнөмдәй матур көн теләйем барығыҙға ла!!!!. Күңелем ял итте!!! Күңелем үҫте!!! Үҙем ҙур эш эшләп ҡайтҡандай арығанмын,әле уянып китһәм,ҡулдар-аяҡтар һыныҡҡан… Һөйләйемме баштан?…. Байтаҡ ҡына шылтыратҡандан һуң астылар… 8ҡатҡа менеп,ишектән инеүгә – өҫтөнә футболка кейергә онотҡан,яланаяҡ,пижамаһының салбары менән төш еткерә яҙған ,күҙҙәре янып, миңә тура ҡарап ейәнем Хәким тора! Ҡулында бөгөн иртән тороп,пижамаһының өҫтөн сисеп өлгөргән ваҡытҡа башына килеп,улымды донъяһын онотторған конструкция! Минең сисенгәнде түгел,аяҡ кейеменән ҡотолғанды ла көтә алмай һөйләй торған хәбәрҙәре!! “Был инопланетяниндар менән связгә сыға торған антеннамы?”-“Юҡ,был антенна түгел бит!….” китте-китте… Минең эшләр -эшләмәҫ башым,аңлар-аңламаҫ аңым!!! )))”Өҫтөңә кейеп алһаңсы,улым!” – “Хәҙер! Жилет кейәм дә ҡуям!”-ҡул аҫтына беренсе эләккән ҡалын ғына һары жилеттан нәҙек кенә беләктәр тағы нәҙегәйгәндәй тойолдо)))) Аяғына кейеү тураһында әйтергә ҡыйманым-улымдың мөһим хәбәрҙәре – әлеге конструкцияның төҙөлөшө һәм киләсәге тураһындағы фекерҙәренең мөһимлеге – еңде)). Минең күстәнәскә тип алып ингән,ҡулына тотторған шоколад пастаһы ла, алма менән виноград та ,илтифатҡа өлгәшә алмай , өҫтәлгә барып яттылар.. Ыбыр-сыбыр,ваҡ-төйәк категорияһында!)))) … Улым үҙ пландарына үҙе эйәреп,үҙенең тылсымлы эш өҫтәле артына китеп барҙы)))) Инде ниңә тауҙар аҡтарылып,таштар ярылмай-Хәким яңы идеяһын тормошҡа ашыра!! Өҫтәле ТУЛЫ !!!!тулы ваҡ ҡына запчастәр,ҡағыҙ-тимер-пластмасса өлөштәр,отвертка-ҡайсы-бүяу ҡәләмдәре- ҡумталар-ҡаптар-….һәм һәр береһе ҡул аҫтында булырға тейеш нәмәләр!!! …. Диванда,бото ботса-ҡулы ҡулса ,үҙе бер диван булып,тәмле еҫтәрен аңҡытып,ҡара сәстәрен яҫтығына сәсрәтеп әкиәт һылыуы ята!!! Мәрйәм!!Теймәйем!!! Тештәремде ҡыҫып тыйылам!!! Яңылыш уянып,ата-әсәһенең юҡлығын һиҙһә-урыҫтар әйтмешләй,мало не покажется!!! )))Ята ғына бирһен,йоҡлай ғына бирһен!! Ә бына ошо ике бала эргәһендә дежурҙа ултырған олатайҙы өлкән ейәнде мәктәптән ҡаршы алырға ебәрергә кәрәк!! Ул арала төшкө сәйгә тип, ҡыҙым да ҡайтып инде)) әсәһенең тауышын шәйләгән Мәрйәм йылмайып кирелә – һуҙыла башланы,плитәлә сәй шыжланы… Ишектә ҡыңғырау-Кәрим ҡайтты!-астым да,ингәнен көтмәй,ҡыҙымдың яңылыҡтарына ҡабат сумам))) айнып китеп,ишеккә каршы барам- олатаһы тора! “Ә Кәрим?”-“Инде бит ул,мин тартып алдым әле !”- Аптырап бүлмәләрҙе ҡарап сығам,сығып баҫҡыстарҙы тыңлайым-менеп килһә 8 – се ҡатҡа йәйәү… Юҡ! “Кәрим!”- “Мин киләәәм!”-аҫтан тауыш булды)) Бесәй йәнле улыҡайым подъездағы бесәй балаһын яратып йөрөгән)))) Ығы-зығы,кейенеү-сисенеү араһында, ҡыҙым менән олатай тағы сығып таялар! Беҙ төшкө ашты үҙебеҙ теүәлләп, балалар бүлмәһенә сығабыҙ)) унда инде Мәрйәм светомузыканы ҡабыҙған,тик флешка ғына юғалған.. Эҙләйбеҙ:ваҡ ҡына машиналар үҙ ҡумталарына төшәләр,иҙәндәге киндер сюрприз фигуралары үҙ ҡаптарына ыңғайлай,носкилар парҙарын таба…Карим менән мин йыйыштыра башлайбыҙ!! Әле генә аңланым-кем ҡасан постелде йыйғандыр-мин белмәй ҡалғанмын)) Хәким беҙҙең бигерәк тә ғәҙәти,илһамһыҙ тормош йомоштарын инҡар итеп,һеңлеһе менән диванда ятып титата(Три кота) ҡарауҙы үҙенә яраҡлы тапты)))) Кәрим өҫтәлдәге тауҙай ҡашығаяҡты үҙе теләп йыуырға кереште!! Мине аптыратып,3-4 сәғәт уҡып ҡайтҡан беренсе синыф егете , тәрилкә-сынаяҡтарҙы ғына түгел,кәстрүл -мантыварканы ла ялтыратып ҡуйҙы))) Ошо ерҙә әйтеп китмәй булмай-мин йыш ҡына кеше йыуған посуданы ҡабатлап сайып,йә булмаһа,һөртөп ҡуям)) Улымдың йыуғанында майҙары ҡалғандыр,тигән уй менән барып,ҡулға беленмәгәс,еҫкәп ҡарап,тағы бер аптырап,сығып киттем кухнянан))) Күҙ генә теймәһен алтыныма!!! Хас Луиза ҡоҙағыйым- йыуып-йышыныуҙан ләззәт таба!!!! Ултырып улдарым менән Азбука китабын уҡыштырып алдыҡ,”Окружающий мир” ҙан Кәримдең “ташлай торған ҡыйҙарҙы нисек материалдарына ҡарап айырырға?” тигән лекцияһын ҡабатланыҡ- ике аҙна элек тә шуны ихлас аңлатҡайны))) әсәйҙәре кайтып,флешканың диван артына төшкәнлеге асыҡланғас, флешка алған ыңғайға,ҡәләм ослағыс табылыу хөрмәтенә күмәкләшеп бейеп тә алдыҡ!! Мине оҙата сыҡҡан улдарым менән ҡар бәрешеп югереп йөрөү,ауыр Мәрйәмде онотҡанда бер күтәреп йөрөп яратыу – сынаяҡ-ҡалаҡтан ауыр күтәрмәгән ҡулдарға-аяҡтарға көс төшөргән ахырыһы-уянғас ҡыбырлауы биҙрәтеп торасы)))) Һәм ҡапыл кисәге көнөмдөң йәнгә майҙай яғылған миҙгелдәре иҫкә төшә))) Йоҡлар алдынан һеңлемдең “Әсәй нисек?”тигән һорауы ла аптырау тыуҙырҙы)))Нисек булһын,ярты сәғәт диванда ултырып минең ейәндәрҙе,үҙенең бүләләрен тыңланы ла,минең нәкәнис ҡайтырға сыҡҡаныма ҡыуанып ултырып ҡалды буғай))) Бына әле минең ялҡытҡыс яҙмамды аҙағынаса уҡығандар кисергәндәрҙе кисергәндер инде әсәйем)))) Хәйерле,ыңғай кисерештәргә бай көн барығыҙға ла!!! Ейәндәр ул-ҡыҙҙарҙан күпкә яҡшыраҡтар шулай ҙа!!! Йышыраҡ күрешеү бәхете насип итһен барыбыҙға ла!!! Фотолағы ҡара нөктә нимә ул,кем белә?))))


3 Replies to “аста запчасти”

  1. Гульбика Аминева

    Наконец то был Зульфия апай Бер нимэ яззы.мин конде асамда карайым.берай нимэ язманымы тип.hез тиззен языусы дережесен аласаксыгыз.бойок языусы апайзар кеуек.

Leave a Reply

Your email address will not be published. Required fields are marked *

Categories